Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң ,, Замана” башkорт халыk эстрада-фольклор төркөмө быйыл үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләй.
Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң ,, Замана” башkорт халыk эстрада-фольклор төркөмө быйыл үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләй.
Әлшәй районы мәҙәниәт йортоноң ,, Замана” башkорт халыk эстрада-фольклор төркөмө быйыл үҙенең 30 йәшлек юбилейын билдәләй. Юбилей айҡанлы,, заманалар”беренсе концерт программаһы менән Дәүләкән ҡалаһының башҡорт лицей-интернаты уҡыусылары алдында сығыш яһаны.
Төркөм етәксеһе Айгөл Нуриахметова ҡыҫҡаса ғына,, Замана “ның хеҙмәт юлы менән таныштырып үтте. Төркөм беренсе етәксеһе Фәнилә Ғәлимова башлаған традицияларға тоғро ғына ҡалмай, уларҙы байытып, бөгөнгө көнгә ҡулайлаштырып алып бара.
Районыбыҙҙың «Ағинәйҙәр»ойошмаhы етәксеһе Рәйсә Мөфтиева ,,һәр кемдең күңел түрендә Рух ҡошо- Тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе йәшәргә тейеш “тине.
Ырыу билдәләре, рухлы башҡорт йырҙары, башҡортобоҙҙоң « Наза», « Косилка-молотилка» таҡмаҡтары, моңло, дәртле ҡурай, баян көйҙәре, йәш быуын ҡыҙҙарының һәм оло йәштәге апай-инәйҙәрҙең янып торған бейеүҙәре – бер кемде лә битараф ҡалдырманы.Ағинәйҙәребеҙ Рәмзилә
Искәндәрова үҙе эшләгән Дим буйы башҡорттары милли биҙәүесе һаҡал тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләһә, Әлфиә Султанова мәктәп коллективына уңыштар теләне.
,, Хәрби туғанлыҡ” ойошмаhы егете Эдуард Фәсхетдинов бөгөнгө донъялағы хәлдәр тураһында әңгәмә алып барҙы һәм һәр кемдең йөрәгендә илһөйәрлек хисе-төп тойғо булырға тейеш тине. Осрашыуҙа башҡа уҡыусылар менән бергә Шайморатов класы ла ҡатнашты. Осрашыу патриотик рухта үтте. Заманалар күстәнәскә сәк-сәк, урама, төркөм фотолары менән биҙәлгән картина, календарҙар бүләк иттеләр.
Мәктәп директоры Артур Шәйгәрҙән улы, Солтанов, Замана”төркөмөнә оло рәхмәтен еткерҙе һәм осрашыу бик фәһемле , рухлы һәм актуаль икәнлеген белдерҙе.
Последние новости
Почему частотный преобразователь теряет мощность и как это исправить?
Разбираемся, почему умное оборудование начинает "сдавать позиции", и как восстановить полную мощность без капитального ремонта и простоев.

Ежегодный форум «Сильные идеи для нового времени»
Форум объединяет лидеров решений в сфере предпринимательства, креативной экономики, инноваций, социального развития, технологического суверенитета, профессиональной самореализации,

Наилучшее здоровье с наименьшими затратами!
Октябрьцы приняли участие в акции «10000 шагов к жизни», которая в этом году проходит в 10-й раз.

Зарегистрировать ООО просто
Наиболее распространённой организационно-правовой формой ведения бизнеса является общество с ограниченной ответственностью (далее – ООО).