Пәйғәмбәрҙәрҙең доғалары.
Иман килтереүсе кешеләр өсөн доға ҡылыу бик мөһим. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саляЛлаһу ғәлейһи уә сәлләм доғаны табыныусыларға иң кәрәкле тип таныған.
Иман килтереүсе кешеләр өсөн доға ҡылыу бик мөһим. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саляЛлаһу ғәлейһи уә сәлләм доғаны табыныусыларға иң кәрәкле тип таныған. Доға — мосолмандарҙың мөһим ҡоралы булып тора.
Пәйғәмбәрҙәр — донъялағы иң яҡшы кешеләр. Киләһе килтерелгән доғалар — уларҙың ғибәҙәт ҡылыуҙары. Үҙебеҙҙең тормошобоҙҙа тыныслыҡ булдырыу өсөн, яҡшы тормошта йәшәр өсөн Уларҙы өлгө итеп алабыҙ.
1) Әҙәм ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
رَبَّنَا ظَلَمْنَا أَنفُسَنَا وَإِن لَّمْ تَغْفِرْ لَنَا وَتَرْحَمْنَا لَنَكُونَنَّ مِنَ الْخَاسِرِينَ
(Раббәнәә ҙаләмнәә әңфүсәнәә үә илләм тәғфирләнәә үә тәрхәмнәә ләнәкуунәннә минәль хаасирииин)
Беҙҙең Аллабыҙ! Беҙ үҙебеҙгә ҡарата дөрөҫ мөғәлләмә итмәнек, әгәр Һин беҙҙе ғәфү итмәһәң, Кеселекле булмаһаң, беҙ мотлаҡ кәмһетелгәндәрҙән булабыҙ. «Кәртәләр» сүрәһе , 23 аят.
Был доға кешелек менән әйтелгән. Әҙәм ғәләйһи сәләм беренсе гонаһын ҡылғас, Аллаһ Тәғәләнең ғәфү итеүен һорап ошо доға менән мөрәжәғәт иткән. Был доға истиғфар өсөн файҙалы.
2) Нух ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
⠀
قَالَ رَبِّ إِنِّي أَعُوذُ بِكَ أَنْ أَسْأَلَكَ مَا لَيْسَ لِي بِهِ عِلْمٌ ۖ وَإِلَّا تَغْفِرْ لِي وَتَرْحَمْنِي أَكُن مِّنَ الْخَاسِرِينَ
(Рабби иннии әғүүҙү бикә ән әсъәләкә мәә ләйсә лии биһии ғилм, үә иллә тәғфир лии үә тәрхәмнии әкумминәль хаасириин)
Аллаһ Тәғәлә мин Һиңә һыйынам белмәгәнемде Һинән һорамайым.
Әгәрҙә Һин ғәфү итмәһәң , ярлыҡамаһаң, мин бәләгә тарыусыларҙың рәтендә булам.
(«Худ» сүрәһе , 47 аят).
Был доғала Нух пәйғәмбәр үҙенең хатаһын аңлап Аллаһтан ғәфү үтенгән. Беҙ ҙә ошо уҡ доғаны Аллаһтан ғәфү үтенгәндә ҡуллана алабыҙ.
3) Йософ ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
رَبِّ قَدْ آتَيْتَنِي مِنَ الْمُلْكِ وَعَلَّمْتَنِي مِن تَأْوِيلِ الْأَحَادِيثِ فَاطِرَ السَّمَاوَاتِ وَالْأَرْضِ أَنتَ وَلِيِّي فِي الدُّنْيَا وَالْآخِرَةِ تَوَفَّنِي مُسْلِمًا وَأَلْحِقْنِي بِالصَّالِحِينَ
(ҡад әәтәйтәнии минәль Мульки үә ғәлләмтәнии миң тәъуиилиль әхәәдииҫи фәәтырассәмәәуәәти үәль әрды Әңтә Үәлиййии фиддуньйәә үәль әәхирати тәүәффәнии муслимәууә әльхиҡнии биссаалихииииин)
Аллаһ Тәғәлә, Һин миңә Хакимлек һәм төштәрҙе юрарға өйрәттең . Һин ерҙе һәм күкте барлыҡҡа килтереүсе. Был донъянала ла мәңгелек донъялала ла Һин минең Ҡурсалаусы . Мине мосолман итеп Үҙеңә ал, тәҡүәлеләр араһына ҡуш.( «Йософ » сүрәһе 101 аят),
Йософ пәйғәмбәр Аллаһтан пәйғәмберлек һәм хакимлыҡ көстәрен был донъяла ла киләһе донъяла ла дауам итеүен, мосолман булып был донъянан китергә мөмкинселек биреүен һораған.
4) Юнус ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
لَّا إِلَهَ إِلَّا أَنتَ سُبْحَانَكَ إِنِّي كُنتُ مِنَ الظَّالِمِينَ
(ләә иләәһә иллә әңтә сүбһәәнәкә иннии куңту минәҙҙаалимииин)
«Аллаһ Бөйөк ! Аллаһтан башҡа илаһ юҡ». («Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһе , 87 аят)
Киттың эсендә булған саҡта Юнус пәйғәмбәр йәшәүгә бер ниндәй ышаныс ҡалмағас ошо доғаны әйткән.
Аллаһ Сүбһәнәһу үә Тәғәләгә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам һорап ғибәҙәт ҡылған.
5) Лут ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
قَالَ رَبِّ انصُرْنِي عَلَى الْقَوْمِ الْمُفْسِدِينَ
(Раббиңсурнии ғәләль ҡаумиль муфсидиин)
«Аллаһ насарлыҡ таратыусы кешеләрҙән өҫтөнлөк бир». («Үрмәксе»сүрәһе , 30 аят)
Лут пәйғәмбәр үҙенең дөрөҫлөгөн раҫлар өсөн бер үк енестә булған кешеләрҙең бер-береһенә тәбиғи булмаған енси ынтылышына ҡаршы Аллаһтан ярҙам һорап ғибәҙәт ҡылған. Уның доғаһын Аллаһ Тәғәлә ҡабул иткән. Беҙ ошо доғаны яуыз кешеләргә ҡаршы ҡуллана алабыҙ.
6) Әйүб ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
أَنِّي مَسَّنِيَ الضُّرُّ وَأَنتَ أَرْحَمُ الرَّاحِمِينَ
(иннии мәссәнийәддурру үә Әңтә әрхәмуРраахимиииин)
«Яуызлыҡ миңә килде, ә Һин -Изгеләрҙән изгеһе» («Пәйғәмбәрҙәр» сүрәһе , 83 аят).
Беҙ Әйүб пәйғәмбәрҙең булған мөлкәтенең бөтөүе һәм уның бөтә балаларының үлеүе , үҙенең ҡатынан башҡа бөтә кешеләрҙең унан ситләшеүе, һәм ул бик оҙаҡ йылдар буйы ҡурҡыныс ауырыу менән ауырыуы туоаһында беләбеҙ. Әммә ул шуға ҡарамаҫтан, бик сабыр Аллаһҡа һәм үҙенең диненә мөхәббәтен , һәм ышанымын юғалтмаған. Үҙенең хәсрәтендә Аллаһтан һорап ғибәҙәт ҡылған. Аллаһ Сүбһәнәһү үә Тәғәлә уның доғаһын ҡабул иткән.
7) Муса ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
إِنِّي لِمَا أَنزَلْتَ إِلَيَّ مِنْ خَيْرٍ فَقِيرٌ
(иннии лимәә әңзәлтә иннии мин хайриңң фәҡииир)
«Аллаһ! Мин һинең бөтә ебәргән мәнфәғәттәреңдән мохтажлыҡ тойам» («Әл-Ҡасас» сүрәһе, 24 аят)
Мәдьйәндән Мысырға китеп барғанда Муса бер ҡоҙоҡҡа тап булған. Унда шул тиклем кеше күп булған, араларында ике ҡатынды ла осратҡан. Былар үҙҙәренең көтөүенә һыу эсерә алмай интеккән. Ә Муса уларҙың малдарына һыу эсерергә ярҙам иткән. Муса үҙе ас булһа ла бик күп келеләрҙе ашатҡан. Һәм ул ошо доғаны уҡып Аллаһҡа мөрәжәғәт иткән. Аллаһ уны ҡабул иткән.
8) Зәкәрийә ғәләйһи сәләмдең доғаһы.
رَبِّ هَبْ لِي مِن لَّدُنكَ ذُرِّيَّةً طَيِّبَةً إِنَّكَ سَمِيعُ الدُّعَاءِ
(Рабби һәб лии милләдүңкә ҙурриййәтәңң таййибәтән Иннәкә Сәмиғуддуғәәәә)
«Аллаһ, мине бик яҡшы зат менән бүләклә. Һин доғаларҙы ҡабул итеүсе». («Имран ғаиләһе» сүрәһе, 38 аят).
Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт иткәндә Зәкәрийә ошо доғаны уҡыған. Ул үҙенең балаһы булыуҙы һораған, әммә ул бик ҡарт, ә ҡатыны тоҡомһоҙ булған. Аллаһтың рәхимлеге менән юҡтан бар була. Был доға менән беҙҙе иман килтереүселәрҙе Аллаһ ҡәнәғәтләндерә.
9) Шоғайб пәйғәмберҙең доғаһы.
رَبَّنَا افْتَحْ بَيْنَنَا وَبَيْنَ قَوْمِنَا بِالْحَقِّ وَأَنتَ خَيْرُ الْفَاتِحِينَ
(Раббәнәфтәх бәйнәнәә үә бәйнә ҡауминәә биль хаҡҡи үә Әңтә хайруль Фәәтихиин)
«Аллаһ, беҙҙе һәм беҙҙең халҡыбыҙға дөрөҫ ҡарар сығар. Һин иң яҡшы Хөкөмдар» («Кәртәләр» сүрәһе , 89 аят).
Халҡы менән аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡҡас, Шоғайб пәйғәмбәр ошо доғаны уҡыған. Уның халҡы, әгәр ҙә дингә саҡырыуҙы туҡтатмаһаң, үҙ илеңдән ҡыуабыҙ тип ҡурҡытҡан.
Аллаһ пәйғәмбәрҙе һәм уның сәхәбәләрен үҙенә тиңдәш ҡылыуҙан һаҡлаған. Аллаһ ул Бөйөк, һәм һәр ваҡыт насарлыҡтарҙан ҡурсалаһын, һәм тура юлдан алып барһын. Әмин!
Последние новости
Радий Хабиров принял участие во Всероссийской акции «Ёлка желаний»
21 декабря в Уфе Глава Башкортостана Радий Хабиров принял участие во Всероссийской благотворительной акции «Ёлка желаний».
Анимационная студия «Муха» заключила соглашение о сотрудничестве с «Союзмультфильмом»
21 декабря в Уфе руководитель республики Радий Хабиров, председатель Комитета Совета Федерации по науке,
Совет при Главе Башкортостана по вопросам развития культуры и искусства как инструмент консолидации и развития
В Уфе в работе Совета при Главе Башкортостана по вопросам развития культуры и искусства приняли участие Председатель Комитета Совета Федерации по науке, образованию и культуре Лилия Гумерова,
Частотник
Осуществляем поставку в оговоренные сроки, обеспечивая быструю отправку